АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты. 1997 й. А.М.Сабитов, Н.И.Колюкаева, Ф.Ф.Мәғәфүрова, Н.Б.Сабитова (БНИИСХ) тарафынан Татарстан а.х. ҒТИ‑ның коллекция өлгөләрен ҡулланып барлыҡҡа килтерелгән гибрид популяцияһынан эре бөртөклө, йығылыуға сыҙамлы биотиптарҙы, Уфимская һәм Чишминская сорттарын күп тапҡыр күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Уртаса өлгөрөүсе көньяҡ төркөмгә инә. Һабағының бейеклеге 60—90 см, 9—12 быуынлы. Япраҡтары өсмөйөш‑йөрәк формаһында. Сәскәләре аҡ. Орлоҡтары көрән, ромб формаһында, эре. 1000 орлоғоноң ауырлығы 28—32 г, орлоғоноң тигеҙләнеше 90%, натураһы 530—575 г/л, ярылылығы 23,9%. Ярма сығышы 45,5%. Аҡһым миҡдары 17,6%. Сорт йығылыуға, ҡойолоуға сыҙамлы, ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы уртаса. Вегетация осоро 70—82 көн. Уртаса уңдырышлылығы 18,3 ц/га (Үҫемлекселек буйынса селекция үҙәге, 1996—99), макс. — 27 ц/га (Дүртөйлө сорт һынау участкаһы, 2005). РФ һәм БР б‑са 2001 й. ҡулланылышҡа индерелгән, Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

А.М.Сабитов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.