ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы [23.2.1934, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 26.3.2000, Өфө], физик. Физика-матем. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1967 й. алып БДУ-ла эшләй (1987—2000 йй. дөйөм физика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Ер ҡабығы һәм Ерҙең өҫкө мантияһының магнит яҡтан актив булған ҡатламын өйрәнеүгә арналған. В. тарафынан юғары баҫым һәм температура йоғонтоһонан тау тоҡомдарының магнит үҙенсәлектәре үҙгәреү законлыҡтары табылған, юғары баҫым аҫтында шыуыу деформацияһының минералдарҙағы физик‑химик процестарҙың барышына йоғонтоһо тикшерелгән. Аномаль геомагнит ҡырҙы өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре тәрәндә ятҡан файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтар, тектоник яҡтан актив райондарҙа ер ҡатламының динамикаһы т‑да мәғлүмәт алыу өсөн файҙаланыла. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Магнитные свойства горных пород при высоких термодинамических параметрах. Саратов, 1988 (авторҙ.).

М.Х.Балапанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика