ВАГОС Павел Васильевич (20.1.1912, Гродно губ., Песчанка а. – 9.10.1986, Өфө), конструктор. РСФСР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1973). Ленинград а.х. механизациялау ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ленинградтың машиналар эшләү з‑дтарында эшләй. 1941 й. алып Өфөлә: 20-се почта йәшниге пр-тиеһында өлкән ғилми хеҙм‑р; 1959 й. башлап 296-сы почта йәшниге пр-тиеһында: 1961 й. алып КБ нач., 1971 й. – лаб. нач., 1973 й. – ғилми-тикшеренеү секторы нач., 1984 й. – төп инженер‑конструктор. Етештереү эшмәкәрлеге авиация двигателдәренең, М-412 автомобиль двигателдәренең деталдәрен яһау өсөн ҡоролмалар һәм станоктар проектлауға бәйле. В. СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең алтын миҙалдарына лайыҡ булған 4 ФСЛ-1 (1959) һәм 4 ФСЛ-4А (1966) фрезерлы ярым автоматтарын уйлап таба. Ошо станоктар нигеҙендә 1984 й. газ турбиналы двигатель компрессорының 1000 мм тиклем оҙонлоҡтағы көрәксәләрен фрезерлау өсөн авиатөҙөлөштә тәүге махсуслаштырылған һанлы программа м-н идара ителгән станок (4ФСЛ-8п) проектлана һәм яһала. В. етәкс. махсуслаштырылған станоктарҙың 30-ҙан ашыу тибы уйлап табылған, улар илебеҙҙең станоктар эшләү з‑дтарында сығарылған. 5 фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1957).

Хеҙм.: Специальные станки и оборудование, применяемые в двигателестроении //Качество, надёжность, ресурс и повышение технического уровня производства. М., 1967 (авторҙ.); Изыскание способов и разработка станков для механизации обработки пера лопаток ГТД //Технология авиационного производства. М., 1977 (авторҙ.)

В.Л.Юрьев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика