ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, быраулау, нефть, газ, һыу һ.б. скважиналарын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау өсөн ҡоролмалар эшләү һәм етештереүҙе тормошҡа ашырған. 1973 й. нигеҙ һалына, 1977 й. И.н.п.ҡ.з. булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1983 й. алып Ишембай нефть промыслаһы машиналары эшләү ПБ, уның составына Ишембай машиналар эшләү заводы ингән, 1989 й. башлап И.н.п.ҡ.з., 1999 й. — ДУП, 2005 й. ябыла. Составына ҡорос ҡойоу, йыйыу, механика цехтары; шихта бүлексәһе; термик киҫеү, резина‑техник изделиелар, шыйыҡ быяла, пластмассанан модель ҡорамалдар әҙерләү участкалары; кислород һәм углекислота станциялары, тимерлек, цех лаб. ингән. Продукция БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

И.В.Фәхриев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018