ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5.3.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түбәнге Бишенде а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1970), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). 1951 й. алып “Туймазабурнефть” тресында, 1970—91 йй. Нефтекама быраулау эштәре идаралығында эшләй. Арлан нефть ятҡылығын һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Быраулау ҡулайламаларын эре блоклы монтажлау һәм төҙөү ваҡытын ҡыҫҡартыу инициаторы. РСФСР ЮС‑ының 10‑сы саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1977). Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ихин К.Г. //Герои труда. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке