ИҪӘНБАЕВ Маҙһар Насип улы (15.9.1936, БАССР- ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а.), иҡтисадсы. БР ФА акад. (2002), иҡт. ф. д‑ры (1987), проф. (1993). РФ-тың (1998) һәм БАССР-ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ-ны тамамлаған (1961). 1963 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында эшләй: 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1973 й. — сектор мөдире, 1976 й. — Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире урынбаҫары; 1990 й. башлап БР ЮС‑ы Президиумының соц.-иҡт. проблемалар бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1994 й. — БР ЮС‑ы Рәйесе советнигы, 1995 й. — БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең иҡт. мәсьәләләр б‑са советнигы; 1997 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2001—04 йй. БДУ‑ның төбәк иҡтисады каф. мөдире. Фәнни тикшереүҙәре илдең берҙәм халыҡ хужалығы комплексының төбәк системалары булараҡ респ. һәм өлкәләрҙең хуж. комплекстары формалашыуы һәм эшләүе, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында респ. иҡт. һәм соц. үҫеше м‑н идара итеү, төбәктәрҙең иҡтисадын һәм тотороҡло соц.‑иҡт. үҫешен модернизациялау проблемаларын өйрәнеүгә арналған. 380‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2011).

Х е ҙ м.: Методологические основы региональной структурной политики. Уфа, 2006; Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально‑экономического развития. Уфа, 2008; Модернизация структуры экономики региона и занятость. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке