АГИБАЛОВ Валерий Михайлович (6.3.1951, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Локомотив” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Б.М.Мосиевич).1970 й. алып Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 1973—81 йй. “Спартак” ДСО‑һы өсөн сығыш яһай. Икебәйгелә СССР (1977) һәм РСФСР (1976, 1981) чемп., СССР Кубоктарының көмөш (1976) һәм бронза (1977) призёры, РСФСР чемпионатының бронза призёры (1978). “Дуҫлыҡ” Кубогына халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1977). Үҫмер спортсылар (1971) һәм йәштәр (1972) араһында СССР чемпионы. Иң еңел ауырлыҡ категорияһында Европа һәм СССР рекордсыһы (1977 — ырғымда). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1976—79).

Р.Ә.Әйүпов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке