ИВАНОВ Юрий Анатольевич (8.7.1960, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик. Техник ф. канд. (2001). БР‑ҙың атҡ. химигы (2007). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1982) “Сода” ААЙ-нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй: кальцинирланған сода производствоһы мастеры, өлкән мастеры, 1985 й. алып цех нач. урынбаҫары , 1988 й. — цех нач., 1991 й. — производство нач. урынбаҫары, 2005 й. — нач., 2006 й. — производство б‑са ген. дир. урынбаҫары, 2007 й. — баш инженер. Фәнни-производство эшмәкәрлеге кальцинирланған соданың аҙ ҡалдыҡлы производствоһы өсөн яңы юғары һөҙөмтә биреүсе технологиялар һәм ҡорамалдар эшләп, ғәмәлгә һәм индереүгә бәйле. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018