ИВАНОВ Михаил Михайлович (29.10.1905, Өфө — 28.9.1974, шунда уҡ), механик. РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1965), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1967). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925 й. алып БАССР‑ҙың Игенселек ХК‑нда, 1929 й. — Өфө урман техникумында механик, геодезист, 1930 й. — “Башжелдорстрой” ҙа (лабораторияның аныҡ эштәр механигы); 1934 й. башлап Башҡ‑н сәнәғәт ҒТИ‑нда. 1940 й. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда: механик оҫтаханалар мөдире, 1942 й. башлап өлкән инженер, 1947—68 йй. контроль үлсәү приборҙары лаб. мөдире. И. скважиналарҙы тәрәндә тикшереү өсөн уникаль приборҙар (дебетомерҙар, манометрҙар, термометрҙар һ.б.) уйлап таба. 19 уйлап табыу авторы. Сталин пр. лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Т.П.Гарасюта

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.