ИВАНОВ Георгий Алексеевич (5.11.1943, Кировобад ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. канд. (1991). РФ‑тың атҡ. химигы (1993), һуғыш припастары һәм махсус химия тармағының почётлы хеҙм‑ре (2003). Ҡазан химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) “Рәсәй” химия комб‑тында (Каменск-Шахтинский ҡ.) эшләй: 1970 й. алып нач. урынбаҫары, цех нач., баш инженер урынбаҫары. 1984—96 йй. “Авангард” Стәрлетамаҡ ПБ директоры. И. етәкс. 50‑нән ашыу төр һуғыш припасы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары (линолеум, пеноплен һ.б.) етештереү үҙләштерелә; ҡалдыҡ газдарҙы һәм ағынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. 4 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1991).

Ф.М.Ғәзизов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018