ИБРАҠОВ Миңнулла Шәйәхмәт улы (15.8.1943, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Төрөмбәт а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Дүртөйлө а.), инженер. БР‑ҙың атҡ. химигы (1994), СССР-ҙың почётлы химигы (1989). ӨНИ‑не тамамлаған (1973). 1965 й. алып Өфө химия з‑дында, 1966—2003 йй. “Каустик” ЯАЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй: 1973 й. башлап цех нач., 1977 й. — производство нач., 1996 й. — техник тикшереү бүлеге нач., сифат б‑са баш инженер урынбаҫары, 2001 й. — стратегик фәнни‑техник мәғлүмәт бүлеге начальнигы. И. дихлорэтан пиролизы ысулы м‑н винилхлорид етештереүҙә, поливинилхлорид етештереүҙе тергеҙеүҙә, уның нигеҙендә плёнкалар етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. 12 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1990).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.