ЗӨЛҠӘРНӘЙ Илдар Үзбәк улы (6.2.1958, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2008). Ленинград политехник ин‑тын (1981), БДУ‑ны (1995) тамамлаған. 1981 й. алып БДУ‑ның инженер‑программисы, 1985 й. — “БЭТО концерны” ААЙ “Искра” КБ‑ның төп инженеры, 1996 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта, 1997 й. — “Башкредитбанк” та бүлек нач., 1998 й. алып һәм 2002 й. — БДУ‑ла, 2013 й. — төбәктәрҙең соц.‑иҡт. проблемаларын тикшереү лаб. мөдире, 2001 й. алып Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. уҡыта, 2004 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Соц.-иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында сектор мөдире, 2011—13 йй. ӨДИСУ-ла уҡыта.  Фәнни тикшеренеүҙәре институциональ һәм төбәк иҡтисадына һ.б. арналған. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Бюджетные стимулы местных органов власти (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2003; Квазирыночная модель государства. Уфа, 2005; Математическая модель ограниченной рациональности. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика