ЗӘЙНУЛЛИН Нәсифулла Ғиззәтулла улы [28.10.1931, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Яңы Айыу а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 18.12.1981, Әлмәт ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). ТАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1970). 1949—80 йй. “Татспецстрой” тресында эшләй: 1970 й. алып участка мастеры, 1972 й. — прораб, 1973 й. — 48‑се махсус идаралыҡ нач. урынбаҫары. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966, 1971). Әлмәттә З. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Зайнуллин Н.Г. //Герои труда. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика