АГЕЕВ Әнүәр Ғабдулла улы (14.7.1947, Коми АССР‑ының Ижма ҡсб), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1992). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1973). 1969 й. алып Өфөнөң 2‑се ДЮСШ тренеры, “Спартак” ДСО‑һының еңел атлетика б‑са ДЮСШ дир., 1988 й. — СССР йыйылма командаһы тренеры, 1990 й. — БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең инструктор-методисы. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.М.Буранғолова, ш. уҡ 10‑ға яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке