ЕРЁМЕНКО Николай Яковлевич (19.4.1913, Харьков губ. Берёзовка а. — 24.10.1993, Стәрлетамаҡ ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1977). Днепропетровск химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Кемерово һәм Черногорск ҡҡ. химия з‑дтарында эшләй; 1949 й. алып 18‑се комб‑ттың (Салауат ҡ.) производство бүлеге нач.; 1959—80 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑ды директоры. Е. ҡатнашлығында олефинлы һәм алкилароматик углеводородтарҙы дегидрирлау өсөн катализатор, илдең химия з‑дтарында ҡулланыуға индерелгән полиизопренды тотороҡландырыу ысулдары эшләнә. 30 уйлап табыу авторы. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1976), “Почёт Билдәһе” (1959) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ ҡ. урамға Е. исеме бирелгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика