ЕТЕХАНОВ Билал Исмәғил улы (12.3.1934, Урта Волга крайы Александровка а. — 12.2.2011, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-механик. Ҡазан химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) “Авангард” з‑дында эшләй: 1970 й. алып махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы нач., 1984 й. — баш инженер. 1986—2004 йй. “Шихан” һыра-алкоголһеҙ эсемлектәр комб‑тында производство начальнигы. Е. етәкс. “Авангард” з‑дында механизацияланған өҙлөкһөҙ линиялар, дистанцион идара итеү модулдәре эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә, роботлаштырылған производстволар булдырыла. 30 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1985). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика