ЕВТУШЕНКО Евгений Викторович (29.7.1962, Ырымбур өлк. Вязовое а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) Өфө синтетик спирт з‑дында, 1985 й. алып “Башнефтехимзаводы” берекмәһендә, 1986—88 йй. ӨНИ-лә эшләй. 1992 й. башлап Өфө нефть эшкәртеү з-дының баш бухгалтеры, 1995 й. — “Нефтехиминвест” ЯАЙ-ның (Өфө) ген. директоры. 1998—2012 йй. ӨДНТУ‑ла: 2001 й. алып — иҡтисад һәм менеджмент ф-ты деканы, 2004 й. — Иҡтисад ин-ты дир., 2006 й. — нефть һәм газ сәнәғәте пр-тиеһында иҡтисад һәм идара итеү каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2010 йй. тиклем БР-ҙың иҡт. үҫеш министры. 2012 й. башлап Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары эшен стратегик планлаштырыу, ойоштороу, идара итеү, яңыртыу һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Методические основы реструктуризации нефтеперерабатывающего предприятия в условиях отрицательного воздействия внешних экономических факторов. Уфа, 2000; Модели и технологии реструктуризации нефтеперерабатывающего предприятия. М., 2003; Основы стратегической реструктуризации предприятия. М., 2003.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика