“ДҮРТӨЙЛӨ АШЛЫҠ ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ", ЯСЙ. Пр‑тие составына: элеватор (1984 й. нигеҙләнгән), 2 тирмән (1996), складтар инә. 2011 й. 134 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 62,2 мең т, 11 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 3 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәлмә эшкәртеү өсөн 10 ағымлы юлы бар. 2011 й. иген ҡабул итеү 31,9 мең т тәшкил иткән. Он етештереү — 2956 т, ярма — 895 т (2011). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1919 й. Дүртөйлө иген ҡабул итеү пункты булараҡ нигеҙ һалына, 1925 й. алып Дүртөйлө иген һатып алыу пункты, 1974 й. — “Дүртөйлө” элеваторы, 1999 й. — МУП, 2005 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке