ДҮРТӨЙЛӨ ҺӨТ АҘЫҠТАРЫ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Дүртөйлө р‑ны Иванай а. урынлашҡан. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы (1978 й. нигеҙләнгән), һөт киптереү (1977) һәм ярҙамсы цехтар, лаборатория. 2010 й. 217 кеше эшләгән. Айыртылған ҡоро һөт, айыртылмаған һәм майһыҙ һөт продукцияһы, май етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла, май һәм ҡоро һөт РФ‑тың башҡа төбәктәренә ебәрелә.

1974 й. нигеҙ һалына, 1977 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1990 й. алып ҠП, 1992 й. — ЯСШ, 1996 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең (Мәскәү, 2002—04) һ.б. алтын, көмөш, бронза миҙалдарын һәм дипломдарын яулаған. Комб‑т “Европа сифаты” халыҡ-ара конкурсы лауреаты (С.‑Петербург, 2004), “Рәсәй Милли Олимпы” пр. (2004) һ.б. лайыҡ булған.

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018