ДЬЯКОВ Анатолий Яковлевич (24.11.1924, Мәскәү – 12.6.2003, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (1982), проф. (1984). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1966 й. тиклем һәм 1968 й. алып ӨДАТУ-ла (198388 йй. иҡт., хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу каф. мөдире), 196668 йй. Таганрог радиотехника ин-тында уҡыта. 1995 й. башлап БДУ-ла: 19992001 йй. Башҡ. эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһының иҡт. хәүефһеҙлек ф-ты деканы, бер үк ваҡытта иҡт. фәндәре каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре хеҙмәт иҡтисады, хеҙмәт ресурстары һәм халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе проблемаларына, продукция сифаты м-н идара итеүгә арналған. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Научно-технический прогресс и его социальные последствия. Уфа, 1977.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке