ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич (17.8.1940, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Воздвиженка а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1963 — 2012 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәтенең иҡтисадына һәм фәнни-техник үҫеше м‑н идара итеүгә арналған. Д. тарафынан етештереүҙә инвестициялар урынлаштырыуҙы оптималләштереү, яңы технологияларҙың иҡт. һөҙөмтәлелеген күҙаллау ысулдары эшләнә. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Интенсификация использования нефтехимических агрегатов: экон. проблемы. М., 1977 (авторҙ.); Технология, экономика и автоматизация процессов переработки нефти и газа. М., 2005 (авторҙ.); Основы внешнеэкономической деятельности. СПб., 2011 (авторҙ.).

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018