АГГЛЮТИНАЦИЯ (лат. agglutinatio — йәбештереү), лингвистикала, күпселек осраҡта тотороҡло өн составын һаҡлап ҡалған нигеҙгә йәки тамырға билдәле тәртиптә бер мәғәнәле стандарт аффикстар ҡушылып, яңы һүҙ (ҡара: Һүҙьяһалыш) һәм грамматик формалар яһалыу ысулы. Мәҫ., башҡорт телендә күплек формаһындағы эйәлек килештәге эйәлек мәғәнәһендәге исем яһау өсөн тамырға йәки нигеҙгә күплек аффиксы, артабан эйәлек аффиксы һәм килеш аффиксы ҡушыла: “дуҫ” — “дуҫ-тар” — “дуҫ-тар-ыбыҙ” — “дуҫ-тар-ыбыҙ-ҙың”. Грамматикала йөкмәтке һәм форма берләшмәһе төрө булараҡ, А. морфемаларҙың бер юлы бер нисә функция үтәүе м‑н билдәләнгән флектив телдәрҙе айырыу нигеҙендә ятҡан флективлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булып тора (ҡара: Телдәр классификацияһы). Сағ.: урыҫ телендә “книг-ам” (-ам аффиксы төбәү килеш һәм күплек мәғәнәһен белдерә), башҡ. телендә “китап-тар-ға” (-тар аффиксы күплек мәғәнәһен, -ға аффиксы төбәү килеш мәғәнәһен белдерә). Донъя телдәренең типологик классификацияһында А. нигеҙендә агглютинатив телдәр айырып йөрөтөлә.

Әҙәб.: Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. М., 2007; Серебренников Б.А. Причины устойчивости агглютинативного строя и вопрос о морфологическом типе языка //Морфологическая типология и проблемы классификации языков. М.; Л., 1965.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018