ДМИТРИЕВ Юрий Иосифович (13.9.1915, Иркутск губ. Залари а. — 26.1.1995, Өфө), конструктор. Почётлы авиатөҙөүсе (1979). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика‑машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) Мәскәү з‑дтарында эшләй. 1951 й. алып Өфөлә: 161‑се з‑д тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһының, 1956—85 йй. Өфө агрегат производство берекмәһе “Гидромеханика” тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы. Д. етәкс. авиация һәм ракета-космос техникаһы өсөн яғыулыҡ, гидравлика, һауа фильтрҙары, һауа‑дары стартёрҙары һәм гидроагрегаттары өлгөләре уйлап табыла, яғыулыҡтан һыуҙы айырыу өсөн ер өҫтө аэродром фильтрҙары һәм сепараторҙары, металл һәм фтор ҡатламлы эсәктәр эшләнгән һәм производствоға индерелгән. 17 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), “Почёт Билдәһе” (1956) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.