ДӘҮЛӘКӘН ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ ҠОРАМАЛДАР ЗАВОДЫ, 1974 й. нигеҙ һалына, 1976 й. Дәүләкән янғын һүндереү техникаһы эшләү һәм ремонтлау з-ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1983 й. алып Д.я.ҡ.ҡ.з., 1993 й. — ЯАЙ, 2002 й. ябыла. Составына етештереү (1979 й. нигеҙләнгән), ут һүндергестәр (1980), инструменттар, стандарт һәм стандарт булмаған ҡорамалдар (икеһе лә — 1985), ағас эше (1998) цехтары ингән (2000). 2000 й. 315 кеше эшләгән. Ут һүндергестәр, металл янғын һүндереү щиттары, биҙрә, багор, көнкүреш һәм янғын шкафтары һ.б. етештергән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатылған, БДБ илдәренә сығарылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке