ДӘҮЛӘКӘН СЫР ЯҺАУ КОМБИНАТЫ, 1929 й. май з-ды булараҡ нигеҙ һалына, 1975 й. алып Д.с.я.к., 1996 й. — ААЙ, 2003 й. ябыла. Составына сыр яһау (1965 й. нигеҙләнгән), айыртылмаған һөт продукцияһы (1966), ҡоро сыворотка (1979) цехтары; сыр һаҡлағыс (1965), ҡабул итеү пункты (Дәүләкән р‑ны Хотимля а.) ингән (2000). 2000 й. 360 кеше эшләгән. Айыртылмаған һәм майһыҙ һөт продукцияһы, мал майы, ҡаты сыр, майонез, кеҫәл, макарон изделиелары, айыртылған ҡоро һөт, ҡоро һөт сывороткаһы етештергән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018