ДӘҮЛӘКӘН АЯҠ КЕЙЕМЕ ФАБРИКАҺЫ. Күн һәм яһалма материалдарҙан балалар өсөн аяҡ кейеме сығарған. 1941 й. эвакуацияланған Волчанск балалар аяҡ кейеме ф‑каһы нигеҙендә ойошторола. 196092 йй. “Башкиробувь” берекмәһе составына инә, 2001 й. алып ДУП, 2004 й. — ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына бесеү, тегеү цехтары ингән. 2005 й. 384 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатылған, 198085 йй. Куба, Монголия, Польшаға сығарылған.

А.М.Банящук

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018