ДЕГТЯРЁВ Анатолий Николаевич [19.10.1930, Красноусол р-ны Табын а. (БР-ҙың Ғафури р-ны)], конструктор. Техник ф. канд. (1991). Почётлы авиатөҙөүсе (1990). Томск политехник ин‑тын тамамлаған (1958). 1950—54 йй. Өфөнөң 210‑сы заводында эшләй. 1958 й. алып (өҙөклөк м‑н) Өфөнөң “Молния” ҒПП‑нда: инженер, 1977—91 йй. баш конструктор, 2003 й. — дир. урынбаҫары. 1991 й. башлап ӨДАТУ эргәһендәге “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһы дир. урынбаҫары, 1993 й. — ӨАПБ-ның баш конструкторы. Д. етәкс. вертолёт, граждандар һәм хәрби авиация самолёттары, пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн ҡабыҙыу системаһы агрегаттары, турбореактив двигателдәр м‑н идара итеүҙең күп функциялы электрон системалары эшләнә, етештереүгә һәм файҙаланыуға индерелә. 10 уйлап табыу авторы. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар дуҫлығы (1988) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018