ДЕГТЯРЁВ Александр Николаевич (8.4.1952, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Петров а.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ (1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1987 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй. 1990—2011 йй. ӨДИСА‑ла ректор, бер үк ваҡытта соц.‑мәҙәни сервис һәм туризм иҡт. каф., 2005 й. башлап иҡт. теорияһы һәм донъя иҡт. каф. мөдире. 2014—15 йй. ӨДАТУ ректоры вазифаһын башҡарыусы. 2016 й. алып БР ФА вице-президенты. Фәнни эшмәкәрлеге институциональ иҡтисадҡа, баҙар иҡтисады шарттарында бәләкәй эшҡыуарлыҡты, хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү, юғары квалификациялы кадрҙарҙы һөҙөмтәле файҙаланыуҙы оптималләштереү проблемаларына арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Һәләтле балалар” коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды рәйесе (2002 й. алып). “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” ж. баш мөхәррире (2006—11). РФ Дәүләт думаһының 6‑сы саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2012).

Хеҙм.: Институциональные основы развития малого предпринимательства в XIX—XX вв. (на примере Башкирии). Уфа, 2001; Государственное управление финансами в Башкирии. Часть.1. (Уфимская губерния). М., 2011 (авторҙ.).

Т.Г.Сенникова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке