ДӘҮЛӘТҠОЛОВА Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы (18.9.1935, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). СССР‑ҙың элемтә мастеры (1969), БАССР‑ҙың атҡ. элемтәсеһе (1974). 1955—90 йй. Өфө почтамтында почтальон булып эшләй (1964 й. алып бригадир). 1971—75 йй. 8,5 мең һумлыҡ почта продукцияһы һата. Ленин (1971, 1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Чванова Т. До новой встречи, улица //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977; Давлеткулова А.Ш. //Герои труда. Уфа, 2011.

А.У.Ҡунаҡбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке