АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР, телдәрҙең типологик классификацияһы (ҡара: Телдәр классификацияһы) б‑са, һүҙ яһалышы (ҡара: Һүҙьяһалыш)һәмһүҙ үҙгәреше агглютинация юлы м‑н башҡарылған телдәр класы. А.т. монгол телдәре, тунгус‑манжур телдәре, төрки телдәр, фин‑уғыр телдәре, дравид, ш. уҡ, ҡайһы бер тел белгестәренең фаразлауҙары б‑са, япон һәм корей телдәре инә. Сингармонизм һәм изафет категорияһы булыуы А.т. мөһим һәм дөйөм типологик билдәләре булып тора. Шулай уҡ ҡара: Башҡорт теле.

Әҙәб.: Баскаков Н.А. Историко-типологическая характеристика структуры тюркских языков. М., 1975; шул уҡ. Теоретические основы классификаций языков мира. М., 1980.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018