ГРОМАКОВ Владимир Яковлевич (22.8.1935, Новошахтинск ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985). Ростов инженерлыҡ-төҙөлөш ин-тын тамамлағандан һуң (1960) “Салаватстрой” тресында эшләй: мастер, төҙөлөш идаралығы нач., 1967 й. алып баш инженер, 1971 й. — идарасы. 1977 й. башлап БАССР-ҙың Төҙөлөш б‑са баш идаралығы нач., 1988 й. — БР-ҙың Төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары сәнәғәте профсоюз хеҙм‑рҙәренең респ. ком-ты рәйесе, 2002—03 йй. рәйес урынбаҫары. Респ. капиталь төҙөлөштө үҫтереүгә, тармаҡта соц.-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҙур өлөш индерә. Г. етәкс. Белорет металлургия комбинаты, “Газпром нефтехим Салават”, “Салаватстекло”, “Уфанефтехим”дың сәнәғәт корпустары, соц.-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар һ.б. төҙөлә. БАССР ЮС‑ының 10—11-се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1979). Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1974) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика