ГРИГОРЬЕВ Владимир Вениаминович (9.7.1953, Тажик ССР‑ының Табошар  ҡсб), инженер-технолог. Техник. ф. канд. (2011). БР‑ҙың атҡ. шахтёры (2002), РФ‑тың почётлы таусыһы (2002). Мәскәү тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) Норильск тау-металлургия комб‑тында эшләй: 1984 й. алып тау эштәре б‑са, 1986 й. — “Таймыр” руднигы производствоһын әҙерләү б‑са баш инженер урынбаҫары. 1987 й. башлап Приморье тау-байыҡтырыу комб‑тының “Восточный” ер аҫты руднигы (Приморье крайы Восток ҡасабаһы) начальнигы. 1990 й. алып Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: тау эштәре б‑са баш инженер урынбаҫары, 1998 й. башлап Учалы ер аҫты руднигы дир., 2007 й. — техник директор. 2011 й. алып “Шахта төҙөү идаралығы” ЯСЙ (Учалы ҡ.) директоры. Г. етәкс. комб‑тта баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын комплекслы үҙләштереүҙең ҡатнаш технологиялары эшләнә һәм индерелә. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2003).

Тәрж. Г.К.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика