ГРЕКОВА Анастасия Ивановна [24.11.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үмәр а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.6.2000, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1971), проф. (1978). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1953—56 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 3 йыллыҡ өлкә партия мәктәбендә (Өфө) уҡыта. 1960 й. алып СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй, бер үк ваҡытта 1966—69 йй. БАХИ‑ла уҡыта; 1972—89 йй. БДПИ‑ның фәнни эштәр б‑са проректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре социализмда рента мөнәсәбәттәренә, киңәйтелгән яңыртып етештереү проблемаларына, колхоз производствоһын иҡт. дәртләндереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Материальное стимулирование развития колхозного производства. Уфа, 1962; Экономические стимулы повышения доходов колхозов. Уфа, 1966; Вопросы выравнивания экономических условий повышения доходов в колхозах. Уфа, 1972.

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика