ГРАЖДАНКИН Василий Филиппович (9.5.1911, Мәскәү — 2004, Өфө), конструктор. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1971). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика-машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Мәскәү з‑дтарында эшләй. 1941—50 йй. һәм 1952 й. алып (баш инженер) 161‑се дәүләт союз з‑дында (Өфө), 1950—52 йй. СССР Авиация сәнәғәте министрлығының 4‑се Баш идаралығы (Мәскәү) баш технологы, 1959—77 йй. Өфө “Молния” агрегат КБ‑ның баш конструкторы. Г. етәкс. илдә тәүге ЦИМ‑1 электрон цифрлы интеграциялаусы машинаһы, граждандар һәм хәрби авиация самолёттары, пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн турбореактив двигателдәр м‑н күп функциялы электрон идара итеү системалары эшләп сығарыла. 3 уйлап табыу авторы. Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), “Почёт Билдәһе” (1958) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика