ҒОСМАНОВ Үзбәк Ғосман улы (13.8.1935, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Таймырҙа а. — 25.9.2016, Дүртөйлө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Рәсәй а.х. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1997), БР ФА акад. (1991), иҡт. ф. д-ры (1988), проф. (1991). РФ-тың (1994), БАССР-ҙың (1984) атҡ. фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1962 й. тиклем Дүртөйлө р‑нының В.И.Ленин ис. к-зы рәйесе урынбаҫары. 1965 й. алып СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй: 1968 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1971 й. —сектор мөдире; 1989–97 йй. БДАУ-ҙың а.х. иҡтисады каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1991 й. башлап БР ФА‑ның А.х. фәндәре бүлегенең акад.-секретары.  1998 й. алып Рәсәй а.х. ФА‑ның Башҡ-н фәнни үҙәге рәйесе, бер үк ваҡытта БР ФА‑ның Биол., мед. һәм а.х. фәндәре бүлегенең акад.-секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. пр‑тиеларының хужалыҡ иҫәбе һәм иҡт. үҙаллылығы, а.х. хеҙмәтте ойоштороу һәм хеҙмәт өсөн түләүҙе камиллаштырыу теорияһына һәм методологияһына, агросәнәғәт производствоһын системалы алып барыуға арналған. Ғ. тарафынан “һуңғы һөҙөмтә” иҡт. категориялар, уларҙы планлы һәм баҙар иҡтисады шарттарында ҡулланыу критерийҙары, хужалыҡ итеүҙең иҡт. механизмының һөҙөмтәле алымдары эшләнә, милектең һәм хужалыҡ итеүҙең коллектив формаларының өҫтөнлөгө нигеҙләнә.  300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. М.И.Тоҡомбәтов ис. пр. лауреаты. Дуҫлыҡ (2006), Салауат Юлаев (2015) орд. м-н бүләкләнгән

    Хеҙм.: Накопление и потребление в колхозах. М., 1966; Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997 (авторҙ.); Агропромышленный комплекс региона: состояние, проблемы и решения: в 2 т., М., 2006–2009.

С.М.Шакирова 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика