ГЛИНКИН Игорь Михайлович (23.2.1923, Өфө — 6.9.2007, шунда уҡ), инженер-технолог. РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1993 й. тиклем “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында эшләй: цех контроле бюроһы нач., махсус конструкторлыҡ бүлеге нач., баш контролёр, 1956 й. алып “Гидромеханика” тәж. КБ‑ның баш конструктор урынбаҫары, 1989 й. — тышҡы иҡт. бәйләнештәр бюроһы начальнигы. Г. авиакосмик техника, транспорт саралары һ.б. өсөн һығылмалы металл үткәргес торбаларҙың яңы конструкцияларын эшләй. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1997). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика