АГАШКОВА (Агашкова-Коренева) Ирина Георгиевна (29.9.1962, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2005) һәм атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; А.К.Лощенков, П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актрисаһы.

Лирик-драматик пландағы актриса. Актрисаға сағыу сәхнә һөйкөмлөлөгө, юғары башҡарыу оҫталығы хас. Репертуарында драматик: Аня (“Сейә баҡсаһы” — “Вишнёвый сад”, А.П.Чехов), Корали (“Яндырылған ат” — “Загнанная лошадь”, Ф.Саган), Марья Львовна (“Дачала йәшәүселәр” — “Дачники”, М.Горький); комик: Малахова (“Ҡайҙа булдың, Лопотухин?” — “Где ты был, Лопотухин?”, А.Г.Хмеликтың “Гуманоид һауала саба” — “Гуманоид в небе мчится” пьесаһы б‑са; дебют, 1985), Марианна (“Тартюф”, Мольер), Магдалена (“Үҙ-үҙен көнләшеүсе” — “Ревнивая к себе самой”, Т. де Молина); киҫкен характерлы: Зинка Падеспань (“Үҙ-үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман), Зизи (Н.В.Гоголь әҫәре б‑са А.М.Поламишевтың “Ах, Невский!..” спектакле), Дина (“Ул үлгәнсе” — “Пока она умирала”, Н.М.Птушкина) — ролдәр бар. Психологик йәһәттән аныҡ һәм ышандырғыс итеп Евгенияның (“Евгенияның төштәре” — “Сны Евгении”, А.Н.Казанцев), Нораның (“Ҡурсаҡ йорто” — “Кукольный дом”, Г.Ибсен) ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы  эске донъяларын асып бирә, әҙәпһеҙ һылыуҡай Надежда Коломийцеваның (“Һуңғылар” — “Последние”, М.Горький) сағыу образын тыуҙыра. К.Людвигтың “Күк йөҙө музыкаһы” (“Музыка небес”) спектаклендә А. (Шарлотта Хэй) һәм В.Латипов-Догадовтың (Джордж Хэй) дуэты тамашасылар тарафынан юғары баһалана.

Әҙәб.: Иксанова Г. О театре и не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.