ГЕРАСИМЕНКО Сергей Андреевич (14.5.1906, Орёл губ. Гута-Муравинка а. — 17.8.1999, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡ. машина эшләүсеһе (1979). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика-машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) Өфөлә эшләй: 26‑сы з‑дта технолог-конструктор, бүлек нач., цех нач., 1941 й. алып ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының авиация сәнәғәте бүлеге мөдире, 1948 й. башлап 85‑се з‑д дир., 1953—81 йй. ӨАПБ‑ның ген. директоры. Г. етәкс. етештереү автоматлаштырыла һәм механизациялана, конвейер ағымы ысулы индерелә; 1966—80 йй. 300‑ҙән ашыу яңы изделие сығарыу үҙләштерелә; ӨАПБ эргәһендә Өфө электротехник изделиелар з‑ды төҙөлә (1975). Ленин (1966, 1976), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика