ҒАЯЗОВА Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы (13.10.1936, ТАССР‑ҙың Иҫке Барыш а. — 15.2.2004, Нефтекама ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). 1953—76 йй. (өҙөклөк м‑н) “Уралэнергострой” тресында маляр (Свердловск ҡ.): 1964 й. алып Ҡарман ДРЭС‑ының төҙөлөш идаралығында эшләй. 1955— 56 йй. “Уралэнергомонтаж” тресында (Свердловск). 1976—91 йй. “Башуралотделстрой” төҙөлөш идаралығының (Өфө) 1‑се участкаһында (Нефтекама ҡ.): 1981 й. алып бригадир. БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика