ГӘРӘЕВ Вил Мулла улы (28.2.1937, БАССР-ҙың Балтас р-ны Иҫке Балтас а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1969), проф. (1984). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м-н): 1969 й. алып уҡыу-уҡытыу эштәре б-са проректор, бер үк ваҡытта 1984 й. башлап сәйәси иҡт. каф. мөдире, 1987 й. һәм 1990—93 йй. фәнни эштәр б-са проректор, бер үк ваҡытта фәнни‑техник прогресс иҡт. һәм идара итеү каф. мөдире, 2004 й. алып уҡытыусы. 1988—90 йй. СССР‑ҙың Халыҡ мәғарифы б-са дәүләт ком‑ты идаралығы нач. (Мәскәү). 1991 й. алып “Башҡортостан” Респ. инновацион фәнни-техник паркының ген. директоры. 1993—2004 йй. Мәскәүҙә эшләй (1998—2001 йй. Г.В.Плеханов ис. Рәсәй иҡт. акад. Финанс технологиялары үҙәге дир.). 2005—10 йй. “Пилот” техник системалар ҒТИ-ның Инновация үҙәге дир. (Өфө). Фәнни тикшеренеүҙәре фән иҡтисады, етештереү һәм финанстар өлкәһендә инновацион эшмәкәрлеккә идара итеү мәсьәләләренә арналған. 230-лап фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1982), “Почёт Билдәһе” (1976), сит ил орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Управление развитием науки и техники. М., 1980 (авторҙ.); Механизация и автоматизация производства в машиностроении: планирование и эффективность. Уфа, 1986 (авторҙ.); Организация и управление наукой и техникой. М., 1987 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика