ҒӘЛИМОВ Миҙхәт Әбделнасир улы [23.7.1932, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Иҫке Юрмаш а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). РСФСР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1967). 1950—54 йй. “Башнефтезаводстрой” тресының 1‑се төҙөлөш-монтаж идаралығында, 1957—94 йй. 21‑се төҙөлөш тресының 7‑се идаралығында штукатур (1962 й. алып бригадир). Өфө НЭЗ‑ының производство цехтарын, Өфөлә торлаҡ һәм соц. тәғәйенләнешле объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) фенол һәм ацетонды берлектә алыу цехын төҙөгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә ирешә. Ленин (1971, 1978), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Галимов М.А. //Герои труда. Уфа, 2011.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика