ҒӘЛИЕВ Тимерғәзи Арыҫлан улы (30.11.1938, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡышлауйылға а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БАХИ- ны тамамлаған (1963). 1971 й. алып Дәүләкән р‑нында эшләй: совхоз дир., а.х. идаралығы начальнигы. 1978— 82 йй. һәм 1990—91 йй. Дәүләкән, Тәтешле р‑ндарында партия эшендә, 1982 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында а.х. бүлеге мөдире, 1991 й. — БР МС‑ы АСК‑нда бүлек мөдире. 1993 й. башлап — Иҡтисад һәм социология ин‑тының, 1997 й. алып РФА- ның Урал бүлеге Иҡтисад ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре (Екатеринбург ҡ.): 2002 й. — РФА Урал бүлеге Иҡтисад ин-тының Өфө филиалы дир., 2009 й. алып Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. профессоры. Фәнни тикшеренеүҙәре аграр сәйәсәттең соц.-иҡт. мәсьәләләренә, күп укладлы аграр иҡтисад теорияһын һәм практикаһын үҫтереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Х е ҙ м.: Экономическая история и современные проблемы крестьянства. Башкирия: X— XX вв. Уфа, 2003; Аграрная политика и экономика: федеральный и региональный аспекты. Уфа, 2004.

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика