АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич (4.11.1895, Тифлис — 21.8.1962, Ереван), акушер-гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1935). БАССР‑ҙың (1945), Әрмән ССР‑ының (1961) атҡ. фән эшмәкәре. Киев ун‑тын тамамлаған (1919). БДМИ‑ның акушерлыҡ һәм гинекология каф. нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөдире (1935—45). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатын‑ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында эндокрин боҙолоуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын эшләүгә бәйле. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Рәсәй акушер-гинекологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе (1936—45).

Хеҙм.: Очерки акушерской патологии и оперативного акушерства. М., 1953 (авторҙ.); Оперативное акушерство: крат. рук. для врачей и студентов. 3‑е изд. Ереван, 1963.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018