ҒӘЙФУЛЛИН Миңләхмәт Зиннәт улы [28.8.1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Бүреҡаҙған а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 19.4.2002, Ишембай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). 1933—69 йй. “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры булып эшләй. Ишембай нефть ятҡылығын, Кинйәбулат нефть ятҡылығын, Введеновка, Грачёвка, Тирәкле нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып бәләкәй диаметрлы скважиналар быраулауҙы, турбина м‑н быраулауҙы үҙләштерә; скважиналарҙы юғары тиҙлектә эшләтеү инициаторы. Ленин (1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1952, 1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика