ҒАЙСИН Рәфҡәт Сәхи улы (21.7.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ы Ничко‑Сайск а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1991—96 йй. һәм 1998 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире, 1999 й. — фәнни эштәр б‑са проректор. 2004 й. алып К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. — Рәсәй аграр ун‑тының сәйәси иҡт. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре агроаҙыҡ баҙарының законлыҡтары һәм эшләү механизмдарына, ер рентаһының теоретик мәсьәләләренә арналған. Ғ. абсолют ер рентаһы концепцияһын эшләй, агроаҙыҡ баҙарының цикллы үҫешенең үҙенсәлектәрен асыҡлай, аграр баҙарҙы дәүләт көйләүенең ысулдарын нигеҙләй. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Механизм формирования и развития конъюнктуры рынка продовольствия: вопросы теории и методологии. М., 1998; Развитие форм хозяйствования в аграрном секторе экономики. Уфа, 2005 (авторҙ.); Теория эволюции агропродовольственного рынка. М., 2007.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика