“ГАЗСПЕЦСТРОЙ” махсус төҙөлөш-монтаж тресы, ААЙ. БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Ҡаҙағстанда газ торбаларын һалыу һәм монтажлауҙы, производство, соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарға һәм торлаҡтарға газ үткәреүҙе тормошҡа ашыра. 1968 й. “Уралгазстрой” тресының (Силәбе өлк.) Өфө махсус төҙөлөш‑монтаж идаралығы нигеҙендә “Башспецстрой” тресы булараҡ асыла, 1993 й. алып “Г.” ААЙ, 2005 й. ябыла. 2000 й. составына Бәләбәй (1967 й. нигеҙләнгән), Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ (бөтәһе лә — 1967), Дүртөйлө, Дыуан, Илеш, Көньяҡ (Мәләүез ҡ.), Нефтекама (бөтәһе лә — 1993) махсус төҙөлөш‑монтаж идаралыҡтары; Ейәнсура (1993), Бишбүләк (1998), Баҡалы, Йылайыр (икеһе лә — 1999) хужалыҡ иҫәбендәге участкалары ингән. 2000 й. 1345 кеше эшләгән. 2001 й. ҡарата “Г.” тарафынан 12 мең км газ торбаһы һалынған, 30 меңдән ашыу фатирға газ үткәрелгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика