ВОРОБЬЕВ Николай Алексеевич (28.11.1913, Пермь губ. Фроловка а. — 13.4.2000, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) “Союзнефтепровод” тресында эшләй: Грозный контораһында, 1946 й. алып Армавир участкаһында, 1949 й. — Грозный—Армавир—Трудовая үткәргес торбаһының төҙөлөш‑монтаж контораһында (Армавир ҡ.). 1951 й. башлап Өфө—Силәбе бензин үткәргесен файҙаланыу идаралығында баш инженер; 1953 й. — “Нефтепроводмонтаж” тресы (Өфө) идарасыһы; 1973—79 йй. “Главзападтрубопроводстрой” идаралығы (Мәскәү) начальнигы. В. етәкс. 90 мең км ашыу үткәргес торба (Самотлор— Усть‑Балык—Ҡурған—Өфө— Әлмәт, Туймазы—Омск—Новосибирск— Иркутск һ.б.), Бохара—Урал газ үткәргесенең Амударъя й. аша вантлы үткәүел һ.б. төҙөлгән. Ленин (1964), Окт. Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика