ВОЛКОВА Маргарита Андреевна (31.5.1930, Урал өлк. Неонилинское а. — 2.3.2009, С.‑Петербург), инженер- технолог. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1979). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1953) “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда эшләй: инженер‑технолог, 1957 й. алып өлкән аппаратсы, 1960 й. смена нач., 1961 й. — өлкән инженер‑технолог, 1963 й. — цех нач. урынбаҫары, 1974— 85 йй. бүлек начальнигы. Химик технологиялар эшләүҙә һәм уларҙы производствоға индереүҙә ҡатнаша. 5 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1983). 

 

В.А.Потеряхин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика