ВОЛКОВА Любовь Григорьевна (17.7. 1927, Тутаев ҡ.), инженер‑технолог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). ӨНИ- не тамамлаған (1962). 1945 й. алып Д.И.Менделеев ис. Ярославль НЭЗ‑ында эшләй. 1954—94 йй. Яңы Өфө НЭЗ‑ында: өлкән оператор, 1965 й. башлап ҡулайламалар начальнигы. В. ҡатнашлығында ҡулайлама эшенең технологик режимы һайлана, производство процестарының механикалаштырыу һәм автоматлаштырыу кимәле күтәрелә. Ленин (1960), “Почёт Билдәһе” (1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Р у д а к о в а Л. Человек идёт в завтра //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Волкова Л.Г. //Герои труда. Уфа, 2011.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика