ВЛАСОВ Александр Васильевич (6.11.1926, Пенза губ. Казеевка а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1967). Пенза индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) 21‑се треста (Өфө) эшләй: мастер, прораб, өлкән прораб, бүлек нач., 1957 й. алып баш инженер, 1958 й. — төҙөлөш идаралығы нач., 1961 й. — баш инженер, 1968 й. — трест идарасыһы. 1978—88 йй. БАССР‑ҙың Төҙөлөш б‑са баш идаралығы нач. урынбаҫары. В. етәкс. төҙөлөштөң селтәр графигы ғәмәлгә индерелә; Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) полиэтилен (1967) һәм фенол (1976) етештереүөсөн корпустар, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында каталитик риформинг һәм дизель яғыулығын һыу м‑н таҙартыу өсөн ҡатнаш ҡулайлама (1970), КПСС- тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) гидрокрекинг ҡулайламаһы (1973) төҙөлә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1974). Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.